Был илдәге 4-се күрһәткес. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә һылтанып, ошо турала телеграм-каналда хәбәр иткән. “Юғары күрһәткестәр транспорт реформаһы һөҙөмтәһе. 2019 йылдан башлап 1 меңдән ашыу автобус алынды. Төрлө финанс сығанаҡтар ҡулланыла, шулай уҡ федераль аҡсалар йәлеп ителә. Шәхси компаниялар ҙа автопаркын яңырта. Экологияны һаҡлауға ла ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ. Алынған күп автобустар газ мотор яғыулығында йөрөй”, - тип билдәләгән республика етәксеһе. Быйыл яңы 32 турист автобусы алынған. Тағы ла 20-не килтереү ҡарала. Сочи, Анапа һәм Ялтаға автовбус турҙары асыу ниәте бар. “Уңайлы иҫәпләшеү системаһы булдырылды. “Алға” транспорт картаһы буйынса билет арзанғараҡ төшә. “Бәхетле сәғәт” акцияһы Өфөлә бер билет буйынса бер нисә тапҡыр йөрөү мөмкинлеге бирә. Үҫеш нөктәләрен күрәбеҙ. Автобуста йөрөү уңайлы һәм популяр булһын өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланырға тырышабыҙ”, - тигән Радий Хәбиров. Баш ҡалала ғына 15 миллион самаһы пассажир “Бәхетле сәғәт” акцияһы мөмкинлектәрен файҙаланған, 368 миллион һум аҡса экономияланған.