Өфөлә Зинин ауылы янындағы юл үткәргес ноябрь аҙағына тиклем асыла

Был турала ҡала хакимиәтендә белдерелде. Төҙөлөш барышында етешһеҙлектәр асыҡланды, әле күперҙе Мәскәү эксперттары тикшерә. Һөҙөмтәләр ошо аҙнала иғлан ителә. Ниндәй  ҡарар булһа ла, етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн иң күбе ике ай кәрәк була, тине Юл төҙөлөшө һәм ремонт идаралығы етәксеһе Константин Паппе. Зинин күперен сентябрь башында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылғайны.