Быйыл ярты йылда тауар әйләнеше 14,8 процентҡа артҡан. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, сауҙаның ҙур өлөшө импортҡа тура килә. Башҡортостан Белоруссиянан башлыса машиналар етештереү продукцияһын ала. Беҙҙең республиканан химия тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм сеймал оҙатыла.