Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Садко» опера-былинаһын Мәскәү тамашасыһына тәҡдим итте

Башҡортостан артистары Мәскәү тамашасыһына премьера тәҡдим итте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Садко» опера-былинаһын Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә ҡуйҙы. Спектакль баш ҡалала тәүгә сығарылмай. Башҡортостан ижадсылары сәхнәләштереүен Мәскәү нисек ҡабул итте? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң оҙон һәм күләмле тамашаһы Ҙур театр сәхнәһендә. «Садко» операһы 4 сәғәт дауам итә. Ул спектаклгә йәлеп ителгән артистар һаны буйынса ла рекорд ҡуйған. Солистар, хор, балет, оркестр тулы составта - тамашала 200-гә яҡын кеше ҡатнаша. Артистарҙың күп өлөшө тарихи сәхнәгә тәүгә күтәрелгән. Тулҡынландыра.

Тамашасылар айырыуса артистарҙың кейеменә хайран ҡалды. 500-гә яҡын сәхнә костюмдарының һәр береһе ҡулдан тегелгән. Сигелгән һәр бер элемент Русь һәм әкиәт донъяһын сағылдыра. Әйткәндәй, кейемдәрҙә милли башҡорт орнаменттары ла бар. Бер нисә ваҡытҡа тамашасы үҙен театрҙа ултырыу түгел, ә иҫке ҡала йәрминкәһендә йәки һыу аҫты донъяһында йөрөгәндәй хис итә. Артистар белдереүенсә, кеше образын һәм әкиәт геройын уйнау айырыла.

Яңы шарттарға өйрәнер өсөн, артистарҙың бер генә репетицияһы бар ине. Тарихи сәхнә башҡорт артистарын професссионализмға һынаны. Тамаша ваҡытында декорациялар 70 тапҡыр алмашына. Тик ижади команданың оҫталығы һынатманы.

Асҡар Абдразаҡов өсөн был икенсе режиссерлыҡ емеше. Артист үҙе лә тамашала варяг ҡунағы ролен башҡара. Классик әҫәрҙең башҡорт сәхнәләштереүен билдәле ҡунаҡтар ҙа баһаларға килгәйне.

Башҡортостан артистары сираттағы тапҡыр тарихи сәхнәне гөрләтте. Тамаша аҙағында залда алҡыштар оҙаҡ тынманы.

Спектакль тамамланған һуң, Башҡортостан башлығы артистарға сағыу тамаша өсөн рәхмәтен еткерҙе. Ҙур театр сәхнәһенә тағы ла күләмле спектакль сығарыуҙарына ышаныс белдерҙе.

Рәзилә Ғиниәтуллина