Рәсәйҙең финанс министрлығы Фәтхулла Исхаҡовҡа 32 миллион һумға яҡын аҡса түләргә бурыслы

Өфөнөң Ленин районы суды ошо турала ҡарар ҡабул итте. Баш ҡалала йәшәүсе ир 60 йыл элек өс кешене үлтереүҙә ғәйепләнеп, 13 йылға иркенән мәхрүм ителә. Төрмәнән сыҡҡас Фәтхулла Исхаҡов ярты быуаттан ашыу намыҫлы исемен тергеҙеү өсөн көрәшә. Пенсионер быға 2023 йылдың майында ғына өлгәшә. Рәсәй Юғары суды илдә тәүге тапҡыр күптәнге хөкөм ҡарарын ғәмәлдән сығара. Әхләҡи зыян 31 миллион 600 мең һум күләмендә билдәләнә.