Өфөлә үтәсәк «Әйҙә, уйнарға!» беренсе Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале сиктәрендә Башҡортостан Милли музейында уйынсыҡ донъяһына арналған күргәҙмә эшләй. Экспозицияла - совет осоро уйынсыҡтары. Шулай уҡ фестиваль көндәрендә Мәскәүҙән Вадим Вольфсон килтергән тарихи уйынсыҡтар күргәҙмәһен күрергә мөмкин. Бала саҡ донъяһына БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып килде.
Эльвираның бала саҡ кейемдәре, уйынсыҡтары, хатта әсәһенең бала сағындағы зиһенде үҫтереүсе уйыны. Күргәҙмәне ойоштороуға музей хеҙмәткәре өйҙәрендәге шкафтарҙа ятҡан әйберҙәрҙән башлаған. Коллекцияны тормош иптәше менән бергә йыйғандар.
Кәштәләрҙә Советтар Союзында етештерелгән уйынсыҡтар. Ул 1940- 80- се йылдарҙы үҙ эсенә ала. Уларға ҡарап совет заманындағы ваҡиғалар сылбырын күҙәтергә мөмкин. Йөҙҙән ашыу экспонат. Музей хеҙмәткәрҙәре был фондты тулыландырыу өҫтөндә эшләй.
Күргәҙмәгә килеүселәр батша балалары уйынсыҡтарын да күрә ала. Мәскәүҙән уларҙы Вадим Вольфсон килтергән.
Паровоз, ҡурғаш һалдаттар- революцияға тиклемге тарихты һөйләй. Һуңғы ваҡытта күптәрҙең һөйөүен яулаған чебурашка ла күргәҙмә түрендә.
Музейҙа экспонаттрҙы тотоп ҡарарға ярамаһа, был уйынсыҡтарҙы иһә мөмкин. Музей залында совет осоро уйындарын уйнарға ла рөхсәт ителә.
Рәмилә Исмәғилева