Ул Совет майҙанында үтә. Сараны асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. - Фестивалгә килгән балаларҙы сәләмләйем. Фестиваль - улар өсөн. Беҙ балалар уйынсыҡтары ниндәй булыуы тураһында ла уйланырға тейешбеҙ. Сифатлы, мауыҡтырғыс, аңлайышлы булыуы мөһим, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы бер нисә майҙансыҡты ҡараны, уйынсыҡ етештереүселәр менән әңгәмәләште. Бөгөн фестивалгә халыҡ күп килде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт"Әйҙә уйнарға" фестивале 17 сентябргә тиклем дауам итә. Конкурс, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары уҙғарыла, асыҡ балалар студияһы эшләй. Байрамда “Непоседы”, “Домисолька»” балалар коллективтары, шулай уҡ Ваня Дмитриенко һәм Милана Хаметова сығыш яһай. “Союзмультфильм” геройҙары ҡатнашлығында флешмоб үтә. Сараның бөтә көндәрендә лә “Тәмле урам” исемле аш-һыу биләмәһендә тамаҡ ялғарға мөмкин. Фестиваль барышында илдә уйынсыҡ индустрияһы үҫеше мәсьәләләре лә ҡарала.