Айбулат Хажин Мәғариф һәм фән министры вазифаһында 4 октябргә тиклем эшләй

Был турала мәғариф ведомствоһынан хәбәр итәләр. Ул парламентҡа депутат итеп һайланды. Шуға әлеге вәкәлләттәрен һалырға тейеш була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты  рәйесе  Фәрит Ғүмәров шулай уҡ депутат мандатын ала. Законға ярашлы депутат һәм чиновник эшен бер юлы башҡарырға ярамай, береһен һайларға кәрәк. Республика  парламенты яңы составта  тәүге  ултырышҡа  5 октябрҙә  йыйыла.