Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙы уйнарға саҡырҙы. Өфөнөң Совет майҙанында бөгөн «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивален тантаналы асыуҙа төбәк етәксеһе ҡатнашты. Форумға Рәсәй төбәктәренән һәм Ирандан ҡунаҡтар ҙа килгән. Дүрт көн дауамында барасаҡ фестивалде асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Ябай ғына туҡыма киҫәктәре оҫтабикә ҡулында ҡурсаҡҡа әйләнә. Балаларға ҡурсаҡ яһарға өйрәтеүселәр Ғафури районы Яугилде ауылы өҫтәмә белем биреү педагогтары. Рәзилә Солтанморатованың коллекцияһында үҙе эшләгән йөҙләгән ҡурсаҡ араһында милли һыҙатлылары айырым урын биләй.
Ҡурсаҡтар, уйындар аша сабый донъяны танып белә, тәрбиәләнә. Шуға улар сит илдеке түгел, үҙебеҙҙеке булырға тейеш.
Әйҙә, уйнарға фестиваленең маҡсаты - баҙарҙы балалар өсөн хәүефһеҙ тауарҙар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, үҙебеҙҙә уйынсыҡ етештереүҙе яйға һалыу.
Йәнһүрәт геройҙары, аниматорҙар, уйын майҙансыҡтары, кескәйҙәр өсөн китаптар - Совет майҙаны гөрләп тора.
Бында килгән һәр кем бала сағына әйләнеп ҡайта, ә сабыйҙар төрлө уйындарҙа ҡатнаша.
Командалар үҙ ижади проекттарын тәҡдим итә. Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, географияһын өйрәтеүсе уйынды китап магазиндарында һатып алырға була.
Төбәктә балалар тауарҙары индустрияһы сәнәғәт предприятиелары реестрында 84 ойошма.
Башҡортостанда 2023-2024 йылдарға балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү буйынса юл картаһы эшләй. Был тәңгәлдәге мәсьәләләр пленар ултырышта ҡаралды.
Быйыл республиканың сәнәғәтте үҫтереү фонды илдә беренсе булып сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү өсөн «Балалар өсөн тауарҙар» махсус программаһын раҫланы, уның сиктәрендә балалар тауарҙары индустрияһы өлкәһе етештереүселәренә, шул иҫәптән балалар туҡланыуы операторҙарына льготалы займ финанслауы бирелә. Был программа йылына 1 процент менән 5 йылға тиклем 20 миллион һумғаса льготалы финанслау йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
Рәмилә Исмәғилева