Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонды туплау тамамлана

Әлегә шәхси состав 85 процентҡа әҙер. Подразделениеға 55 йәшкә тиклемге яугирҙар һәм 60 йәшкә тиклемге офицерҙар ҡабул ителә. Батальонға яҙылырға теләүселәр күп, әммә ир-егеттәрҙең бөтәһе лә тейешле талаптарға яуап бирмәй. Комиссия физик һәм психологик яҡтан көслөләрҙе генә һайлап ала. Улар ай ярымдан ашыу Росгвардия частарендә етди күнекмәләр үтә. Батальонға эләгеү өсөн Өфөләге штабҡа йәки республика буйынса филиалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.