Берҙәмлектә -көс. Дамир Муллағилдин - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар менән яҡын туғандарҙай. Ул тәүҙә шәхси техникаһында хәрби зонаға райондан төҙөлөш эшселәре алып бара, аҙаҡ егеттәрҙең һорауы буйынса, уларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға алып ҡайтыу һәм кире алып барыу бурысын үҙ өҫтөнә ала. Дамир һалдаттарға туғандары ебәргән посылкаларҙы ла бушлай илтеп ҡуя.
Һалдатҡа хат. Ҡаланың 4- се лицейында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир -егеттәргә хат яҙыу акцияһы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡайтанан ойошторолдо. Хатта уҡыусылар яуҙағыларҙың хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, йылы һүҙҙәрен һәм теләктәрен йәлләмәй сәләм ебәрә.
Араларҙы яҡынайтҡан хаттар, өй шарттарында әҙерләнгән ризыҡтар, йылы ойоҡбаштар яуҙағыларға тыуған яҡ йылыһы, тыуған йорт сәләме булып барып етер. Аяҙ күк йөҙө өсөн көрәшкән ир -егеттәребеҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышыу- беҙҙең бурыс.
Альбина Байегтова