Мәүлит Ямалетдиновтың шиғырҙары һәм поэмалары ингән йыйынтыҡты йәмәғәтселеккә сығарыуға шағирә Тамара Искәндәриә өлөш индергән. Китапты рәссам Азамат Ғарипов биҙәгән. Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында үткән кисәлә билдәле ҡәләм оҫталары, яҙыусының ҡыҙы, «Шоңҡар» йәш шағирҙар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Мәүлит Ямалетдинов - ике тиҫтәнән ашыу китап авторы. Тәүге «Ирәмәл» тип исемләнгән йыйынтығы 1978 йылда донъя күрә. Ул илһамлы шағир ғына түгел, прозаик, журналист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та билдәле. Ҡөръән Кәрим сүрәләрен шиғри юлдарға һалыу ҙа - Мәүлит Ямалетдиновтың 25 йыл көс түккән хеҙмәт емеше. Йәмәғәтселек шәхесте сәсәндәр бәйгеһенең даими еңеүсеһе, милли музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы итеп тә хәтерләй.