«Геосаҡырыу» тип исемләнгән сара 16 сентябрҙән алып 22 сентябргә тиклем үтә һәм Рәсәй, Ҡаҙағстандан йәш геологтарҙы, ғалимдарҙы туплаясаҡ. Чемпионатты ойоштороу комитеты хәбәрселәр өсөн матбуғат конференцияһы ойошторҙо.
Чемпионат Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында үтә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 20 команда 11 төр ярышта көс һынаша. Улар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, үҙ проекттарын яҡлай. Йәш геологтарҙың ярышын илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләүсе эксперттар баһалаясаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, Башҡортостан өсөн был чемпионат үтә лә мөһим. Сөнки сара ер аҫты байлыҡтары күп булған төбәктә үтеүе байтаҡ проблемаларҙы хәл итеү, ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыуҙы яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирә.