Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районында Свердловск өлкәһенән килгән водитель «Ман» автомобиленең уң яҡ ярымприцепы менән 40 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Артабан ир «Даф» йөк машинаһынан тапалып вафат була.
Ә Благовещен районында «Дэу Джентра»ға идара иткән 33 йәшлек водитель шулай уҡ 40 йәштәге ирҙе бәрҙерә. Күҙалланыуынса, юл уртаһынан китеп барған йәйәүленең кейемендә утты яҡтыртыусы элементтар булмаған. Ир һәләк булған.