Көйөргәҙе районы Кинйә-абыҙ ауылында 1773-1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачевтың арҡаҙашы, башҡорт старшинаһы, хәрби етәксе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған йыйын уҙғарылды. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Рәсми ҡунаҡтар Кинйә Арыҫланов ерләнгән тип фаразланған урында булды. Урындағы музей эшмәкәрлеге менән танышты. «Кинйә йыйыны» республика фестиваленән киләһе репортаж.
Кинйә Арыҫлановтың иҫән сағында ҡәрҙәштәренә үтенесе булған - үҙе үлгәндән һуң Кесе Ватанында, мәмерйәнән алыҫ түгел уба урында ерләүҙәрен һораған. Һуңғы теләге үтәлгәние-юҡмы билдәһеҙ. Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, 1774 йылдың сентябрендә ул хәбәрһеҙ юғалған. Ауыл халҡы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан хәрби етәксенең ҡаҙаҡ далаларында һәләк булыуын билдәләй. Кинйә-Абыҙ ауылының элекке биләмәһендә Кинйә Арыҫланов ерләнгән тип фаразланған урын да һаҡланған.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы халыҡ күңелендә мәңгелеккә урын алған. Радий Хәбиров рәсми ҡунаҡтар менән бергә мемориаль комплексҡа сәскә һалды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районында ойошторолған «Кинйә йыйыны» республика фестивален асып, Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған саралар тотош Башҡортостан буйлап үтеүен билдәләне. Асыҡ һауалағы сәхнәлә башҡорт халҡының арҙаҡлы улына арналған театрлаштырылған тамаша илһөйәрлеккә дан йырланы.
Кинйә Арыҫлановты абыҙ тип йөрөткәндәр, ул рус телен яҡшы белгән. 1773 йылдың октябрендә Емельян Пугачевҡа ҡушылған икенсе хәрби етәксе булған, баш полковник дәрәжәһенә күтәрелгән. Пугачевтың ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе тип билдәләнгән, ихтилалда башҡорт, ҡалмыҡ, татар һәм башҡа милләт халыҡтарының күпләп ҡатнашыуы Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, төрки телдә указ, манифестар яҙған. Музейҙа ҡәҙерләп һаҡланған архив документтар ҙа халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде.
«Кинйә йыйыны» фестивале сиктәрендә билдәле ҡурайсы Альберт Юлдыбаев иҫтәлегенә ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Шулай уҡ ҡунаҡтар Көйөргәҙе районының брендына әйләнгән сара - «Кәсепселәр йәйғоро»на шаһит булды. Майҙанда тиҫтәләп оҫтаның ҡул эштәре тҡәдим ителде.
Миңлейәр Хәйбуллиндың экспозицияһы ваҡыт машинаһын хәтерләтте. Төрлө быуаттарға ҡараған хәрби ҡоралдар, башҡорт халҡының көнкүреш кәрәк-яраҡтары - коллекцияһы тотош бер музейға торошло.
Кинйә-абыҙ ауылында уҡ атыу буйынса асыҡ турнир ҙа үтте. Унда республиканың төрлө райондарынан ҡатнашыусылар йыйылғайны, бәйге сиктәрендә «дүрткүҙ», «тереһыу», «биатлон», «тиҙ атыш», «йәйләү атышы» тип исемләнгән этаптар булды.
Көйөргәҙе районынан алты Советтар Союзы геройы сыҡҡан, уларҙың өсәүһе Кинйә-абыҙ ауылынан. Сәлмән Биктимеров, Ғәфиәтулла Арыҫланов, Хәсән Ғайсин «Алтын йондоҙ»ға лайыҡ булған. Кинйә Арыҫланов нигеҙ һалған биләмәне ысын мәғәнәһендә батырҙар төйәге тип әйтергә мөмкин. Бөгөн дә ауыл ир-егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Ватан именлеген яҡлап сығыш яһай.
Радий Хәбиров хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙарҙың туғандары һәм мобилизацияға эләгеп, Кинйә-Абыҙға ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан хәрби менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡаһарман улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан яугирҙарының тылы ныҡ. Даими рәүештә гуманитар ылауҙар оҙатыла, -тине ул.
Гөлназ Хәйбуллина