Ил намыҫын Серекбаев исемендәге Көнсығыш ҡаҙаҡ техник университетының студенттары яҡлаясаҡ. Усть-Каменогорск ҡалаһынан килгән 5 егет-ҡыҙҙар ҙа Ер фәндәре мәктәбе факультетының 3-сө курсында уҡый. Йолаға ярашлы, ҡунаҡтарҙы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында сәк-сәк менән ҡаршы алдылар.
Ҡаҙағстан студенттары өсөн «Уралташ-арт» оҫтаханаһында экскурсия ла ҡаралғайны. Бында Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән килтерелгән төрлө минерал һәм тау тоҡомдары һаҡлана. Заказ буйынса декоратив мозаикалар яһала. Студенттар быға тиклем күрмәгән таштар менән яҡындан танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Геоһынау» халыҡ-ара чемпионаты Башҡортостанда тәүгә ойошторола. Бәйге 16 сентябрҙән 22 сентябргә тиклем дауам итәсәк.