Башҡортостанда элиталы Ҡораллы көстәр сафы - һауа-десант ғәскәрҙәренең махсус танк батальонына ҡабул итеү ойошторола башланы. Ирекле батальон составында хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәргә 117 телефон һандарына, Хәрби комиссариатҡа йәки ирекле батальондар штабына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Килешеүҙе 65 йәшкәсә тиклем граждандар төҙөй ала. Хәрби контракт кәмендә 6 айға төҙөлә. Танк батальонына быға тиклем хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-аттар ҙа ҡабул ителә.