Дыуан районы махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреү өсөн ауыр тоннажлы алты фурала гуманитар ярҙам әҙерләгән. Яугирҙарға яҡындарынан посылкалар, хеҙмәт ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары оҙатыла. «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә иһә «Уаз»иктар һәм «Нива» автомобилдәре тапшырыласаҡ.
Илшат Ғибәҙуллиндың шәхси автомобиле картон ҡумталар менән шығырым тулы. Үҙенең шәхси автомобилен ул алғы һыҙыҡҡа медицина ротаһында хеҙмәт итеүсе ҡустыһына алып бара. Медикаменттар, адреслы посылкалар, рациялар, маскировка селтәрҙәре һәм дүртенсе модель автомобиле махсус хәрби операция биләмәһенә һалдаттарға тапшырыласаҡ. Ҡәҙер ауылында йәшәүсе быға тиклем бер-нисә тапҡыр гуманитар ярҙам оҙатыуҙа ҡатнашҡан. Шуға күрә алғы һыҙыҡтағы ысынбарлыҡ хаҡында яҡшы хәбәрҙар.
Илшат Сәмиғулла улы киләһе сәфәренә йорт шарттарында тушонкалар ябасаҡ. Бының өсөн уның герметик автоклавы, ябыу машинкаһы, консерва банкалары, сифатлы йылҡы ите бар. Консерваларҙы итте ваҡ киҫәктәргә турап, рецепт буйынса тоҙ, тәмләткестәр һалып эшләйәсәк.
Хәрби стилдә буялған «Нива»автомобилен Елена Гусева тормош иптәшенә гуманитар ылау менән оҙата. Өйҙә тотҡансы, юлһыҙ ерҙән дә еңел үтеүсе техника фронтта күберәк файҙа килтерәсәк. Автомобиль буш бармай, хәрбиҙәргә ул да посылкалар менән тултырылған.
Дыуан районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе лә фронт һыҙығындағы яҡташтары үтенестәрен хәрбиҙәрсә теүәл һәм ваҡытында үтәргә тырыша.
Ә кескәй София һалдаттарға бирсәткәләр ебәрә. Уларҙы ҡыҙҙың атаһы етештерә. София ата-әсәһе өлгөһөндә бала-саҡтан ярҙамсыллыҡҡа өйрәнә.
60 кубометр төҙөлөш материалдар, кәрәк-яраҡтар, газ баллондары, аҙыҡ-түлек, мунсалар, мейестәр күмәк көс менән йыйылған. Бынан тыш Донбасс мәктәптәренең береһенә уҡыусыларға канцелярия тауарҙары, өҫтәл уйындары алып барыла.
Дыуан районынан ғына махсус хәрби операция биләмәһенә 17 гуманитар ылау оҙатылған. Был юлы гуманитар конвой 6 фуранан тора. Улар Өфөлә төп коллоннаға ҡушылғандан һуң һәм тәүлек ярымда алғы һыҙыҡҡа барып етәсәк.
Гүзәл Борханова