Өфө фән һәм технологиялар университеты эргәһендәге иҫке бина һүтелә башланы

Республикала донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге вуз-ара кампусының 2023-2026 йылдарҙа ике сиратын асыу планлаштырыла. Ошо уңайҙан Өфө фән һәм технологиялар университеты эргәһендәге иҫке бина һүтелә башланы. Элекке Киров заводы урынында заманса мәғариф объекты барлыҡҡа киләсәк. Торлаҡ корпустарын, уҡыу-аудиториялар блогын, лаборатория, геном үҙәге, спорт, ашхананы берләштергән бина файҙаланыуға 2025 йылда тапшырылыр тип көтөлә.

Проекттың техник сметаһы, архитектура документтары әҙер, иҡтисади һорауҙар һәм талаптар көйләнгән. Бында 7 түңәрәк башня берләшкән стилобат ҡалҡып сығыр тип көтөлә. Заманса объектта уҡыу һәм йәшәү өсөн иң яҡшы шарттар булдырыла.

Олег Байдин, «Өфө 450» проект офисы департаменты директоры

Өфөлә вуз-ара кампус булдырыу Башҡортостанда юғары белем биреүҙең сифатын күтәрергә һәм студенттар һанын 1,5 тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Төҙөлөшкә ярашлы кампуста йәшәү өсөн хеҙмәткәрҙәргә 4 меңдән ашыу торлаҡ урын булдырыла.

Демонтаж барышында ҡайһы бер факультет студенттарын дистанцион уҡытыуға күсерәбеҙ. Төҙөлөш күләмле, шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү бурысы ҡуйылған. Идарасы ойошма вәкилдәре, бинаны һүтеүҙе бер ай эсендә тамамларға иҫәп тота.

Вадим Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры