Башҡортостан милли паркында һыу ингән альбинос айыу балаһы видеокамераға эләккән

Күләүек һыуына төшкән тайыштабандың аҡһыл йөнө ҡарағусҡылланған. Әйтерһең дә, альбинос ябай айыу кеүек күренергә теләгән. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре был айыуҙы ике йыл самаһы күҙәтә. Йөнө һәм тире пигменттарында меланин етешмәү сәбәпле, донъяға ул альбинос булып килгән.