Балалар уйынсыҡтары сифатлы, сағыу, ҡыҙыҡлы һәм иң мөһиме, хәүефһеҙ булырға тейеш

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә «Әйҙә, уйнарға!» Рәсәй уйындары фестиваленә арналған посында яҙып сыҡты.

Республика башлығы белдереүенсә, уйынсыҡтар материалы һәм формаһы буйынса ғына түгел, баланың психикаһына йоғонто яһау һәм идеология күҙлегенән дә хәүефһеҙ булырға тейеш. «Был дәүләт кимәлендәге мәсьәлә. Фестивалдең программаһын өлкәндәр һәм балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы итергә тырыштыҡ. Яратҡан йәнһүрәттәр һәм әкиәт геройҙары, сағыу тамашалар һәм әлбиттә, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда етештерелгән уйынсыҡтар һатыу-күргәҙмәһе. Байрам 17 сентябрь йәкшәмбегә тиклем дауам итә, барығыҙҙы ла саҡырам, «Әйҙә, уйнарға!» фестивале киләсәктә йыл һайын уҙғарылыр тип ышанам, тигән Радий Хәбиров.