12 июлдә Владислав Бисеров иптәше менән соҡор ҡаҙығанда көрәк менән 6 мең вольт көсөргәнешле кабелға ҡағылып янып китә. Хеҙмәттәше егетте ялмап алған утты һыу һибеп һүндерә. Ҡазаға тарыусы ашығыс медицина ярҙамы машинаһында дауаханаға килтерелә. Үҫмерҙең 80 процент бешеү алғаны асыҡлана. Өфөнөң 18-се клиник дауаханаһы табиптары Владислав Бисеровтың ғүмере өсөн 64 көн көрәшә, ҡатмарлы операциялар яһала. 19 йәшлек егет 8 көн яһалма комала ла тотола. Хәҙер Владиславты оҙайлы реабилитация көтә.