Ғафури районы Красноусол ауылында янғын-ҡотҡарыу депоһы төҙөлә

Ул төбәктең 30 меңдән ашыу кеше йәшәгән 90 биләмәһен хеҙмәтләндерәсәк. Янғын-ҡотҡарыу часының 1937 йылда төҙөлгән әлеге бинаһы авария хәлендә тип танылған. Яңы депоның дөйөм майҙаны 1527 квадрат метр. Унда 4 ҡатлы биналарҙа янғын һүндереү өсөн кәрәкле янғын баҫҡысы урынлашасаҡ.

Иҫке бинаға был баҫҡыс һыймай ине. Яңыһы бейектә эшләү өсөн мотлаҡ техниканы ҡуйырға тәғәйенләнгән. Хеҙмәткәрҙәргә заманса эш шарттары булдырырылды, бүлмәләр ҙә артты./

Вадим Отмахов, 74-се янғын-ҡотҡарыу часы етәксеһе

Әлеге ваҡытта майҙанда бинаның каркасын ҡороу тамамланған, бүлмәләрҙе биҙәү һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү бара. Депоны быйыл файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Ошондай уҡ бина Ишембай районы һайран ауылында ла төҙөлә.

Был маҡсатта республика бюджетынан 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Яңы деполар төҙөү заманса техника менән йыһазландырыу, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш шарттары тыуҙырыу өсөн ҡулай. Ишембай районы Һайран ауылындағы депо ла авария хәлендә. Яңы бинала техника һаҡлау өсөн тейешле шарттар буласаҡ.

Кирилл Первов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары