М-7 федераль трассаһының Башҡортостан аша үткән яңы участкаһы төҙөлөшө дәүләт күҙәтеүенә алынды

Тейешле күрһәтмәгә Рәсәй хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Даими контроль коррупция күренештәренә юл ҡуймаҫ тип күҙаллана. М-7 трассаһының яңы өлөшө, М-12 Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург юғары тиҙлекле трассаны бушатасаҡ. Эш 2025 йылдың көҙөндә тамамланырға тейеш.