Яңы миҙгелдә беренсе йәшел дерби. «Салауат Юлаев» командаһы менән Ҡазандың «Аҡ барсы» кесе йома Өфө-Арена боҙ һарайында көс һынашты. Иҫәпте ҡунаҡтар командаһынан Кагарлицкий асып, Станислав Ғәлиев голдарҙы ике тапҡыр арттырҙы. Артабан «юлаев»сы Вячеслав Лещенко осорҙарҙың һәр ҡайһыһында ҡаршы команда ҡапҡаһына берәр шайба индереп, иҫәпте тигеҙләүгә иреште. Матч тамамланыуға 5 минут ҡалғас юлаевсылар һөжүмсеһе Иван Дроздов ҡунаҡтарға тағы ла бер шайба индереп, уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 3-2 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе уйынды юлаевсылар 18 сентябрҙә Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һына ҡаршы үткәрә.