Өфөлә үткән күләмле форумдың өсөнсө көнө лә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Ял көнөндә майҙан тағы ла халыҡ менән шығырым тулы булды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Миллилекте үҙ миҫалында иҫбатлаған сәсәниә Асия Ғәйнуллинаның ҡул эштәренә ҡарап үрнәк алмағандар һирәк. Бөтә Рәсәй уйын фестивалендә ул сираттағы ижади эшен тәҡдим итте. Кейеҙҙән баҫылған беренсе шахмат партияһы тотош донъя кимәлендәге яңылыҡ. Асия Солтан ҡыҙы эште 2015 йылда уҡ башлап, быйыл тамамлаған.
Тап шахмат партияһының ижади эшкә йәлеп ителеүе осраҡлы түгел. Сөнки, интеллектуаль уйын башҡорт халыҡ ижадында ла урын алған.
Ғөмүмән, форумға сығарылған 50-нән ашыу майҙансыҡта балаларҙың фекерләү ҡеүәтен арттырыуға, ижади һәләтен асыуға йүнәлтелгәне лә күп төрлө. Логопед, психология алымдары менән файҙаланылғаны айырым урын биләй. Әсә теленә ҡарата иғтибар, һөйөү тәрбиәләгәне лә шулай уҡ ғаилә усағының ныҡлығының бер өлөшө.
Шуға ла сара уйын менән генә сикләнмәне. Ул ғаиләләргә ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итеү, ойошмалар менән яҡындан танышыу мөмкинлеген дә бирҙе.
Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең исеменән үк әйтелгәнсә, форум ысынлап та халыҡты уйнарға саҡырҙы. Совет майҙаны умарта күсен хәтерләтте. Һәр кем яратҡан шөғөлөн табырға тырышты. Кемдер ағастан эшләнгән уйынсыҡтарға ынтылһа, икенселәре перәниктәргә балалар үҙҙәре күңеленә яҡын төҫ һалды.
Фестивалдең алдағы көнөндә лә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын бай мәҙәни программалар көтә. Көн дауамындағы күңел асыу сараларынан һуң, йәнһүрәттәр, театр тамашалары ҡарау менән тамамлана. Әлбиттә, форум эшлекле һөйләшеүҙәрҙе лә үҙ эсенә аласаҡ. Ул киләсәктә уйын индустрияһын яйға һалыуҙы күҙ уңында.
Азат Ғәлиуллин