Социалистик Хеҙмәт геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтары уңған ер хужалары тигән данын ҡайтара. Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында икенсе йыл рәттән Ҡабаҡ фестивале уҙғарыла. Хужалар байрамға файҙалы йәшелсәнең тиҫтәләрсә төрөн дә, ҡабаҡтан төрлө ризыҡтар ҙа әҙерләй. Тәмле һәм үҙенсәлекле фестивалдең сағыу мәлдәре БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Ҡабаҡ әрһеҙ, талымһыҙ һымаҡ күренһә лә был йәшелсәне үҫтереүҙә тырышлыҡ, хеҙмәт талап итә. Ошо ерлеккә яраҡлашҡан сортты һайлау, дымлы, күләгәле урынға ултыртыу мотлаҡ. Үтәгәндең бәрәкәтле тупрағы ла булышлыҡ итә. Ер үҙен яратҡандарға мул уңыш менән яуап бирә. Быйыл фестивалгә иң ҙур ҡабаҡты Хөсәйеновтар ғаиләһе үҫтергән.
«Ҡабаҡ» фестивале ябай ғына сара түгел. Ер кешеһен, уңған баҡсасыларҙы, аш-һыу оҫталарын данлаған байрам. Икенсенән, ул ошо ерлектә тыуып-үҫкән кешеләрҙе берләштереү, быуындар күсәгилешлеген маҡсатын да ҡуя. Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылы борондан бөйөк шәхестәре менән дан тота. Фестивалде ойоштороу идеяһын ошо ауылда тыуып-үҫкән Айрат Искәндәров күтәреп сыҡҡан.
Ҡабаҡ хаҡында күп һөйләргә мөмкин, йәшелсә үҙе лә, орлоғо ла файҙалы, унан төрлө ризыҡтар бешерергә лә, һут-ҡайнатмалар әҙерләргә лә, уйынсыҡтар яһарға ла була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап ҡабаҡ күп ғаилләрҙе аслыҡтан ҡотҡарып ҡала.
Төрлө төҫтә, ауырлыҡта, формала. Әммә эш ҡабаҡтың сортында түгел, иң мөһиме был йәшелсәлә организм файҙалы матдәләр туҡланған, улар һыу һәм тоҙҙар алмашыныуына йоғонто яһай, күҙәнәктәрҙән хлоридтарҙы сығарырға ярҙам итә. Ә мул ҡабаҡ уңышын халыҡтың эшһөйәрлеге, йүнселлеге сағылылышы, фестивалде райондың бренды тип атарға мөмкин.
Үтәгән ҡабаҡ фестивале икенсе тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан халыҡ араһында танылыу яулап өлгөргән. Йәмәғәтселек был байрамды яратып көтөп ала. Муллыҡ, берҙәмлек байрамы, ти улар.
Ҡабаҡ фестивале оҫталыҡ дәрестәренә лә, спорт ярыштарына ла, милли уйындарға ла бай булды. Майҙанда махсус хәрби операцияла ҡатнаншҡан ир-егеттәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолдо, ошонда уҡ маскировка селтәре лә үрелде.
Фестиваль майҙаны йыр-моңдан, дәртле бейүҙәрҙән гөрләп торҙо. Байрамды Башҡортостандың халыҡ артистары Әхәт Хөсәйенов, Йәмил Әбделмәнов, эстрада йондоҙо Илнур Юламановһәм урындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыштары биҙәне. Үтәгәндәр киләһе йылға тиклем тип хушлашты, донъялар имен торһон да, уңыш ҡына мул булһын.
Рәмзиә Кәримова