«Борай урманы» питомнигында 7 миллиондан ашыу үҫенте өлгөрә

Урмандарҙың киләсәге. «Борай урманы» питомнигында 7 миллиондан ашыу үҫенте өлгөрә. Ҡарағас, шыршы, ҡайын, йүкә ағастарын урмансылар һөнәри байрамы алдынан республиканың төрлө райондарындағы урмандарҙа ултыртасаҡ. Ер үпкәләрен таҙартыусылар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

3 миллион ярым ҡарағай, 200 мең шыршы, 100 мең ҡайын, 40 мең йүкә.. Бындай ҙур күлмдәге ултыртыу материалы Башҡортостан һәм ут күршеләребеҙҙә урман тергеҙеүҙә һәм урман үҫтереүҙә ҡулланылысаҡ. Яуаплы эште Илдар Хәсәнов 33 йылдан ашыу етәкләй .

Бынан тыш урмансылар ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереү һәм декоратив үҫемлектәр сәсеү менән дә шөғөлләнә. Был питомниктан үҫентеләрҙе Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән һатып алалар.

7 миллионға яҡын үҫенте иртә яҙҙан сәселә. Был маҡсата ер яҡшылап һөрөлә, тырматыла, баҫтырыла. Ошо эштәр тамамланғандан һуң сәсеүгә тотоналар. Физик көс талап иткән ауыр һәм яуаплы эштә урмансы һөнәренә тоғро һәм урман яратыусы кешеләр генә эшләй.

Һыуһыҙлыҡтың йәш үҫентеләргә кире тәьҫире көслө, ти белгестәр. Шуға күрә быйылғы яуым -төшөмһөҙ ҡоролоҡло йәйҙә урман тәрбиәләүселәр тейешле миҡдарҙа һыу һибеп торған. Тырышлыҡ бушҡа китмәгән, дым һаҡлау ысулдары ла киң ҡулланылған.Йәй буйына үҫентеләр яҡшы итеп тәрбиәләнгән, түтәлдәрҙә сүп үләндәренең бөртөгө лә ҡалдырылмай уталған. Айрыуса ҡатын-ҡыҙҙар улар ергә нығынһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалған.

«Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан питомниктары һәм теплицаларында урман тергеҙеү өсөн үҫентеләр сәселә. Был эштәр яҙлы-көҙлө башҡарыла һәм 2023 йылда 17 гектар майҙанды йәшелеккә күмеү күҙаллана.

Был питомникта быйыл 4 миллиондан ашыу стандарт үҫенте ҡаҙып һатыуға сығарыласаҡ. Улар араһында шыршы, ҡарағайҙар ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Башҡортостан биләмәләренән тыш, күрше Пермь край, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән дә күпләп һатып аласаҡтар.

Гүзәл Борханова