«Патриот» паркында беренсе «Геоһынау» халыҡ-ара чемпионаты башланды

Ярыштарҙа буласаҡ геологтар көс һынаша. 20 команда аҙна буйы төрлө һынауҙар үтә. Ул төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы һәм Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге ярҙамында ойошторолған.

Аудиториялағы тынлыҡ Берҙәм дәүләт имтихандары барышын хәтерләтә. Патриот паркында буласаҡ геологтар бер юлы бер нисә дисциплина буйынса ярыша. «Палеонтология», «Геологик киҫелеш», «Геохимия». Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты Мораҙым Ильясов Баймаҡ егете. Буласаҡ белгес уҡыуын тамамлағас, тыуған яғына ҡайтырға иҫәп тота.

Ҡатнашыусылар составы илдең 17 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан. Бөтәһе 20 команда ярыша. Башҡортостан данын Өфө дәүләт нефть техник, Өфө фән һәм технологиялар университеттары, Октябрьский нефть колледжы студенттары яҡлай. Студенттар геология өлкәһендәге проекттарын тәҡдим итә. Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы йәш быуын өсөн баш ҡалала геомаршруттар төҙөгән.

Судьялар составы 25 кеше- илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләүсе эксперттар. Көн һайын командалар араһында еңеүселәр билдәләнә.

Чемпионатта студенттар үҙҙәренә эш урындары ла таба ала. Магадан ҡалаһынан килеүсе судьялар иң көслө геологтарҙы үҙҙәренә эшкә саҡырырға ниәтләй. Йәштәр геология буйынса уҡыуын осраҡлы һайламаған. Мәҫәлән, Ҡаҙағстан егете үҙен алтын табыуҙа күрә.

Бындай кимәлдәге чемпионатта мин тәүге тапҡыр. Бик юғары ойошторолған. Ҡаҙағстанда алтын табыу буйынса эшләйәсәкмен, практика үттем. Был һөнәр берҙән оҡшай, икенсенән эш хаҡы юғары. Еңеп ҡайтырға тигән теләк ҙур.

Эльдар Сальменбаев, чемпионатта ҡатнашыусы, Ҡаҙағстан

19 сентябрҙә ярыштар Архангел районында дауам итә. Программа сиктәрендә ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы һынауҙар, оҫталыҡ дәрестәре көтә. Алдағы көндәрҙә командалар Ишембай һәм Ғафури райондарына экскурсияға барасаҡ.

Рәмилә Исмәғилева