20 берәмектән ашыу техника сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды. Улар араһында ГАЗ, УАЗ, Урал автомобилдәре, мотоциклдар, шулай уҡ рация, квадрокоптерҙар бар. Яугирҙар өсөн ике мобиль мунса комплексы менән бергә, ике фура ағас оҙатылды.
Донбастағы 27 мәктәп уҡыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителәсәк. Гуманитар ылау туплауҙа республиканың 11 районы ҡатнашҡан.