Әлеге ваҡытта 710 мең гектар майҙанда миллион тоннаға яҡын бойҙай йыйып алынған. Сағыштырыу өсөн, былтыр был культураның уңышы 2 миллион тоннанан ашыу тәшкил иткән. Быйыл эште сентябрь аҙағында тамамлау бурысы ҡуйылған. Кушнаренко районы хужалыҡтары ураҡҡа август урталарында тотонған. Әммә оҙайлы ямғырҙар урып-йыйыу эштәрен тотҡарлаған.
Быйыл уртаса гектар ҡеүәте 18 ярым центнерҙан ашыу. Белгестәр билдәләүенсә, был республика халҡын икмәк менән тәьмин итеү өсөн етерлек.