Өфөлә Башҡортостан республикаһының дәүләт санэпидемстанция хеҙмәтенә нигеҙ һалыныуҙың 100 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды. Асыҡ һауала урынлашҡан галереяла ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы, гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең ведомство архивынан фотоһүрәттәр ҡуйылған.
Белгестәр «Быуаттар аша ҡараш» фотокүргәҙмәһенең ауыр инфекциялар менән көрәшкә тос өлөш индергән, әлеге һәм киләһе быуындарҙың именлеген тәьмин итеүгә ғүмерен бағышлаған һөнәрмәндәргә арналыуын билдәләп үтте.