Уҙған аҙнала “Инцидент-менеджмент” системаһында 3 мең 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Өфөлә Шаҡша күперен ябыу, шулай уҡ Пугачев, Пушкин һәм Совет урамдарында хәрәкәтте туҡтатыу буйынса ялыуҙар күп килгән. Халыҡ тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы һорап яҙа. Икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, артабан – тирә-яҡты төҙөкләндереү, йәмәғәт транспорты һәм мәғарифҡә бәйле мөрәжәғәттәр теркәлгән, тип хәбәр итәләр Республика менән идара итеү үҙәгенән.