Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының комиссия ултырышында шундай тәҡдим яһалды. Йәмәғәт наградаһы башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә милләт-ара хеҙмәттәшлек һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәткән фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә тапшырыла. Проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Сосланбәк Тавасиев милли батыр – Салауат Юлаев һәйкәле скульпторы булараҡ билдәле.