Башҡортостан ҡыҙҙары “Офис һылыуы” халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнаша

Ошо көндәрҙә интернетта тауыш биреү бара. Өфөнән Гөлнур Хәкимова, Резеда Әхмәтова һәм Влада Максимова ярым финалда сығыш яһай. Республика халҡы конкурс сайтында яҡташ ҡыҙҙар өсөн тауыш бирә ала. Ул 8 октябргә тиклем дауам итә. Ноябрь аҙағында Мәскәүҙә финал уҙа. “Офис һылыуы” конкурсында еңгән гүзәл ханымға 3 миллион һум тапшырыла.