Башҡортостанда “Геоһынау” беренсе халыҡ-ара чемпионаты дауам итә

Бөгөн ярыш Архангель районында ойошторолдо. Унда Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан 20 команда геология буйынса төрлө һынауҙар үтә. Конкурста республика данын Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм Октябрьский нефть колледжы студенттары яҡлай. Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһынан Диана Бәҙрединова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты Мораҙым Ильясов - Баймаҡ районынан. Ул уҡыуын тамамлағас тыуған яғына эшкә ҡайтырға уйлай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты 22 сентябргә тиклем дауам итә. Алдағы көндәрҙә командалар Ишембай һәм Ғафури райондарына экскурсияға бара.