Башҡортостанда “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты дауам итә

Унда 50-гә яҡын Рәсәй төбәге, шулай уҡ Ҡаҙағстандан студент командалары ҡатнаша. Йәштәр аҙна дауамында геология буйынса белемен күрһәтә. Бөгөн “Радиометрия”, “Минерология һәм петрография” буйынса ярыштар уҙа,  “Геологик эскурсия һуҡмағы” проекттарын яҡлау ойошторола. “Патриот” паркында “Геройҙар уҙышы” үтә.