Ғафури районында Ағиҙел аша күпер тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыла

  Ремонт аҙағына  яҡынлаша, план 87 процентҡа үтәлгән, тип  хәбәр итәләр Транспорт һәм юл  хужалығы  министрлығынан. Күпер Талбазы-Красноусол юлында  урынлашҡан. Уның оҙонлоғо 400 метрҙан ашыу.  Төҙөкләндереүҙе  быйыл тамамлау бурысы ҡуйылған. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли  проектына  ярашлы  алып барыла.