Өфөлә филармониялар фестивале уҙғарыла

Башҡорт дәүләт филармонияһының 85-се ижад миҙгеле ҙур тамаша менән башлана.Гала-концертта халыҡ уйын ҡоралдары, тынлы, эстрада-джаз оркестрҙары, академия хор капеллаһы ҡатнаша. Шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы, Нефтекама филармонияһы артистары сығыш яһай. Яңы миҙгелгә старт биргән тамаша 7 октябрҙә була. Үҫмерҙәр һәм йәштәр билет алғанда Пушкин картаһын файҙалана ала.