Әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа техник культуралар урыла, төбәктә урындағы климат шарттарына яраҡлаштырылған картуф сорттары уңышы алына. Дыуан аграрийҙарының урып-йыйыу эштәре хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Был майҙанда 468 гектарҙа кукуруз сәселгән. Аграрийҙар алдында силосҡа һалынасаҡ техник культураны юғалтыуһыҙ урып ямдарға һалыу маҡсаты тора. Заманса комплекс ваҡланған кукурузды ҙур тоннажлы самосвалдарға тейәй. Техника ремонтҡа туҡталмай тиерлек, ватылмайса эшләй. Ҡоро сыуаҡ көндәр механизаторҙарҙың эшен тағы ла ырамлыраҡ итә.
«Рассвет» хужалығында 600 баш голдштейн тоҡомло һөт һыйырҙары аҫрала. Уларҙың аҙыҡ рационын тулыландырыу маҡсатында 7 мең тонна силос япмаға һалынасаҡ. Әлеге ваҡытта 2 мең ярым тоннанан ашыу аҙыҡ әҙерләнгән.
Күрше майҙан Мазжерин крәҫтиән-фермер хужалығыныҡы. Мазжериндар агростартап ярҙамында 3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Был аҡсаға картуф сәсеү, үҫтереү, сығарыу комлексы, башҡа техника һатып алынған. Картуфтың бөртөгө лә әрәм ителмәй, ҡырҡылғандары түбәнерәк хаҡ менән һатыуға сығарыласаҡ, ә ваҡтары мал һимертеүҙә ҡулланыласаҡ.
Валерий Мазжериндың крәҫтиән-фермер хужалығында үҫтерелгән картуф мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Фермер икенсе икмәкте күпләп ҡала баҙарына һатыуға сығара. Төнъяҡ-көнсығыш төбәгендә фермер үҫтергән йәшелсәнең килограмын 35 һумдан тәҡдим итеп, табышлы эшләй.
Дыуан районы баҫыуҙарында икенсе икмәк 41 гектарҙа үҫтерелә. Уңыш механик ысул менән йыйыла. Быйыл төньяҡ -көнсығыш төбәктә картуф уңған. Аграрийҙар 640 тонна ҡаҙып аласаҡ.
Мазжериндар хужалығында 20 гектар майҙанда галла, скарлетт сорттары сәселгән.Гектар ҡеүәте 320 центнер тәшкил итә. Картуф үҫтереү мәшәҡәтле булыуына ҡарамай, фермерҙар артабан да майҙандарҙы арттырырға иҫәп тота.
Гүзәл Борханова