Яңауыл районында Рено автомобиле поезға бәрелгән

Авария һөҙөмтәһендә йөк машинаһы ҡаршы юлдарҙы ҡаплаған. Водителдең башы йәрәхәтләнгән, уға медиицна ярҙамы күрһәтелгән, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Аварияға бәйле тимер юлы участкаһында 3 электричка хәрәкәте тотҡарланған. Осраҡ һөҙөмтәләрен бөтөрөүгә 15 кеше һәм 6 берәмек техника йәлеп ителгән.