Радий Хәбиров республикала гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү ойошмалары ағзалары менән осрашты

Сарала Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Халыҡ фронты хәрәкәте , Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү Советы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнеде. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү Советы төбәктә 2019-сы йылдан алып эшләй.

Уҙған йылда Совет ағзаларының шәхси составы яңыртылды. Ойошмаға юристар, журналистар, ғалимдар, экологтар, эшҡыуарҙар, профсоюздар вәкилдәре, дин әһелдәре - барлығы 37 кеше инде. Улар граждандарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ , һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш , урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам менән бәйле һорауҙарҙы хәл итергә булышлыҡ итә.

«Рәсәй өсөн» халыҡ фронты хәрәкәте төбәктә ил президенты указдары үтәлешен контролдә тотоусы төп ойошмаларҙың береһе. 10 йыл элек ойошторолған штабта социаль мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу, гуманитар ярҙам туплау һорауҙары һәр саҡ саҡ иғтибар үҙәгендә.

Быйыл ғына халыҡ фронты көсө менән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына 60 тонна гуманитар ылау оҙатылған. Ғөмүмән, республиканан Донбассҡа 95-cе гуманитар ярҙам ебәрелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, дәүләт наградалары тапшырҙы.