Өфөнөң Октябрь революцияһы урамы төҙөкләндереүҙән һуң өлөшләтә йәйәүлеләр урамына әйләнәсәк

Эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әлеге ваҡытта күләмле ремонт эштәре барған майҙансыҡта булды. Эштәр Ленин урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге оҙонлоғо 1,3 километр арауыҡтағы участкала алып барыла. Реконструкцияның дөйөм хаҡы бер миллиард һумдан ашыу. Юл ике һыҙатҡа ҡалдырыла, шул иҫәптән тротуар киңәйтеләсәк. Ярымйәйәүле зонаны Ағиҙел ярына ткилем һуҙыу ҡарала. Төҙөкләндерелгәндән һуң тарихи урам иҫке Өфө үҙенсәлектәре һаҡланған, шул уҡ ваҡытта өр-яңы ҡыҙыҡлы биләмәгә әйләнәсәк.