Республика табиптары йәнә үҙенсәлекле әмәлиәт башҡарҙы

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бөгөн тәүгә йөрәктең яһалма һул ашҡаҙанын имплантациялау буйынса операция эшләнде. Йөрәк донорына мохтаждар өсөн мөһим әмәлиәт тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Операция өҫтәлендә 60-ты уҙған ир кеше. Йөрәк донорын көтөп ала алмаған замандашыбыҙға бөгөн медицина тармағындағы яңы алым ярҙамға килде. Йөрәктең яһалма һул ашҡаҙанын имплаНтациялау барышын мультидисциплинар бригадалағы ике тиҫтәнән ашыу белгес күҙәтте.

Яһалма йөрәк ярҙамында ла тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә мөмкин. Хәҙерге медициналағы альтернатив ысулдың пациент ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа роле ҙур. Әмәлиәттең бер нисә варианты бар. Беренсеһе, донор килеп сыҡҡансы махсус ҡоролма менән йөрөү, икенсеһе ҡоролма эшмәкәрлегенә яраҡлашыу.

Геннадий Хубулава, медицина фәндәре докторы, профессор, рәсәй фәндәр академияһы академигы

Йөрәктең яһалма һул ашҡаҙанын имплантациялауға пациенттар йәшкә ҡарап алына. Шулай уҡ ҡайһы бер хроник ауырыуҙарға ла сикләү бар. Бөгөнгө әмәлиәт өҫтәленә эләккән ир йөрәк етешмәүсәнлегенән яфалана.

Йөрәк донорҙарын табыуы еңел түгел, шуға ла бөгөнгө яңылыҡ хроник ауырыу менән яфаланғандарға ниндәйҙер кимәлдә ярҙам. сирле кешенең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәтелгән. Ул шулай уҡ хәүефһеҙ ҙә. Бөгөн медициналағы яңы алымды файҙаланырға теләүсе пациенттар күп. Әммә, уларҙы һайлап алыуҙа талаптар бар.

Тимур Йәһүҙин, Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургия кафедраһы доценты

Операция үткәргән пациент бер ай дауаханала ятырға тейеш. Һуңынан ул өйөнә ҡайтарылып ғәҙәти тормошон дауам итә. Бары тик айына бер тапҡыр йәшәү урыны буйынса табипҡа күренеп тороу ғына мөһим.

Азат Ғәлиуллин