Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны булдырыу тәҡдиме менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары сығыш яһағайны. Башланғысты Башҡортостан башлығы хуплап сыҡты. Яңы ойошма Росгвардияға ҡарай.
Әлеге ваҡытта исемле башҡорт батальондарына контракт хеҙмәтенә алыу дауам итә.
Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, килешеүҙәрҙе 65 йәшкә тиклемге ирҙәр төҙөй ала. Шулай уҡ быға тиклем хәрби хеҙмәт үтмәгәндәр ҙә контракт төҙөү хоҡуғына эйә. Контракттың минималь срогы - 6 ай. Ирекле контракт хеҙмәтенә барырға теләүселәргә 117 берҙәм белешмә номеры буйынса шылтыратырға, шулай уҡ Республика хәрби комиссариатының һайлап алыу пунктына йә иһә батальондар формалаштырыу үҙәк штабына мөрәжәғәт итергә мөмкин.