Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов йәшәгән яңыртылған ихатаны асыуҙа ҡатнашты

Өфөлә Шәфиев урамы һәм Октябрь проспектында урынлашҡан өс йортто берләштергән биләмә тәртипкә килтерелде. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт алдарына яңы асфальт һалына, йомшаҡ түшәмле балалар майҙансығы төҙөлдө, яҡтыртҡыстар һәм видеокамералар ҡуйылды, инженер селтәрҙәре алмаштырылды. Радий Хәбиров халыҡ менән аралашты. Йортта йәшәүселәр республика етәкселегенә яңыртылған ихата өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың атаһы Владимир Викторович менән ағас ултыртты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса быйыл Өфөлә 18 йорт алды тәртипкә килтерелә.