Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, 54 ҡатынға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Абруйлы награда менән 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә. Исемлектә Архангел, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Шаран райондары, Өфө, Нефтекама ҡалалары һәм башҡаларында йәшәгән ҡатындар күрһәтелгән. “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылдан тапшырыла. Уға лайыҡ булған әсәләргә 50 мең һум аҡсалата премия ла бирелә.