Республика етәкселеге “Немо” компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы бүлгән. Предприятиела ҡунаҡханалар, шулай уҡ туризм өлкәһе өсөн косметика һәм туҡыма етештереү ҡарала. Завод төҙөлөшө күләмле проект статусын алған. Ер биләмәһе льготалы шарттарҙа бирелгән.