Башҡортостан ижтимағи өлкәне үҫтереү стратегияһын әҙерләй

2035 йылға тиклем иҫәпләнгән проект өҫтөндә әңгәмә «Евразия» фәнни-мәғариф үҙәгендә үтте. Стратегик сессияла министрлыҡтар, коммерция булмаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре һәм ижтимағи сәйәсәт төлкәһе белгестәре ҡатнашты. Фекер алышыу барышында көнүҙәк мәсьәләләр билдәләнде, уларҙы хәл итеү аҙымдары ҡаралды. Стратегик сессия 23 сентябргә тиклем дауам итә. Уның эш һөҙөмтәһе булараҡ республика халҡына күрһәтелгән социаль хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу тора. Һуңғы йылдарҙа был күрһәткес төбәктә тотороҡло үҫеш күрһәтә.

Халыҡтың йәшәү сифаты рейтингында 2021 йылда Рәсәй төбәктәре араһында беҙ 40-се инек. Былтыр 25-се булдыҡ. 2023-2024 йылдар һөҙөмтәһе буйынса топ-3 исемлегенә инергә тигән юғары маҡсат ҡуябыҙ.

Максим Забелин, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе

4 көн дауамында эксперттар алты стратегик йүнәлеш «Һаулыҡ һаҡлау», «мәғариф», «эш өсөн мөмкинлектәр», «уңайлы мөхит», «социаль хеҙмәтләндереү һәм социаль ярҙам», «мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте» темалары буйынса эшләйәсәк. Бар башланғыстар ҙа милли проекттар, федераль һәм дәүләт программалары менән үҙ-ара бәйләнештә әҙерләнергә тейеш, ти белгестәр. Идея һәм ҡарарҙар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдында яҡланасаҡ.