Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Балтас районында булды

Улрайон мәҙәниәт һарайын ҡараны. Әле бында 143 клуб ойошмаһы бар. Уларҙың 11-е "халыҡ" исемен йөрөтә, 8-е өлгөлө тип танылған. Күптәре төрлө фестиваль һәм конкурстарҙа еңеү яулаған.

Радий Хәбиров Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжын ремонтларға ҡушты. Иҫке Балтас ауылындағы был уҡыу йорто 60 йыл элек төҙөлгән. Бөгөн унда 160-тан ашыу студент белем ала. Борай һәм Тәтешле райондарында филиалдары эшләй. Бында тракторсы-машинист, ремонт буйынса оҫта, иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы һәм водитель әҙерләйҙәр. Радий Хәбиров уҡытыу бүлмәләре, оҫтаханалар, спорт залы һәм ашхананы ҡараны, студенттар һәм уҡытыусылар менән аралашты. Республика Башлығы колледжды ремонтлау һәм матди-техник базаһын нығытыу өсөн аҡса бүлергә ҡушты.

Республика Башлығы Иҫке Балтас ауылында хәрби һәм хеҙмәт даны аллеяһын да ҡараны. Ул быйыл сентябрҙә ултыртылған. Эштәр "Атайсал" программаһына ярашлы алып барылған. Аллеяла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында хәтер мәңгеләштерелгән.

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Балтас районына сәфәр барышында Тоҙлоуба ауылында ла булды. Бында 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Республика етәксеһе ауыл халҡы менән осрашты, район хакимиәтенә быйыл уҡ  үҙәк урамды тәртипкә килтерергә ҡушты. Был ауылдан биш кеше махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Радий Хәбиров уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды.

Бөгөн Радий  Хәбиров  Иҫке Балтас ауылында  махсус хәрби  операцияла  һәләк булған  хәрбиҙәрҙең ғаиләләре  менән осрашты. Тимур Нухов, Зөфәр Вәхиев, Денис Пихтовников, Фидан Йосопов, Азат Фазлетдинов үлгәндән һуң  ил президенты указы менән Ҡаһарманлыҡ орденына күрһәтелгән. Радий  Хәбиров  ғаилә  ағзаларына генеарл Шайморатов  ордендарын тапшырҙы.  - Улар һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә. Һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрелергә  тейеш, - тине  Республика Башлығы.